Понедельник, 13.05.2024, 07:49

Приветствую Вас Гость

  • Главная
  • Новости
  • О лицее
  • Сведения об 
 образовательной организации
  • Администрация
  • Родителям
  • Питание
  • Учащимся
  • Кафедры
  • Учебная работа
  • Воспитательная работа
  • Музеи
  • Библиотека
  • Наши достижения
Форма входа
Логин:
Пароль:
Наш опрос
Ваш статус ?
Всего ответов: 634
Календарь
«  Декабрь 2020  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
28293031
Главная » 2020 » Декабрь » 18

Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында билдәле шағир И.Кинйәбулатовтың шиғри юлдары менән аталған йөкмәткеле сара үтте.
Йыл һайын 14 декабрҙә Башҡорт теле көнөн үткәреү лицейҙа матур йолаға әүерелде. Сарала төрлө класс уҡыусылары ҡатнашты. Лицей директоры И.Р.Ноғоманов ҡатнашыусыларҙы тәбрикләне. Үҙенең сығышында ул туған телдең кеше тормошондағы әһәмиәтен билдәләне. Уҡыусылар М.Аҡмулланың, Б.Бикбайҙың, З.Биишеваның, Р.Бикбаевтың, Г.Юнысованың һәм башҡа шағирҙарҙың әҫәрҙәрен яттан һөйләнеләр. Китапханасы М.А.Вәлиева балаларҙы ҡыҙыҡлы китаптар менән таныштырҙы, уҡыусыларҙың тел тураһындағы халыҡ мәҡәлдәрен белеүҙәрен дә байҡаны. Сара концерт номерҙары менән биҙәлде. Уҡыусылар башҡарыуында төрлө йырҙар яңғыраны. 7-се класс уҡыусыһы Уразбахтин Айсыуаҡ “Һунарсы” бейеүен башҡарҙы. Юғары класс уҡыусылары Таһиров Вадим һәм Яхина Шәүрә кисәне матур итеп алып барҙылар. Тел байрамы хәүефһеҙлек талаптарына ярашлы ойошторолдо.
Быйылғы сарала Башҡорт теле йылы йомғаҡтарына ла байҡау яһалды. Кисә аҙағында лицейҙа М.Аҡмулланың тормошона һәм ижадына, Башҡорт теле көнөнә арналған иншалар һәм шиғыр һөйләүселәр конкурстары еңеүселәре бүләкләнде. Сара Башҡортостандың халыҡ шағиры Р.Ғариповтың “Туған тел” шиғырын бергәләп һөйләү флешмобы менән тамамланды.
Әйткәндәй, лицейҙа Башҡорт теле көнөнә арналған тематик дәрестәр, класс сәғәттәре лә үткәрелде. Уҡыусылар, уҡытыусылар һәм ата-әсәйҙәр төрлө конкурстарҙа, акцияларҙа әүҙем ҡатнаштылар. Шуны ла әйтергә кәрәк: туған телгә булған ихтирам бер көнлөк кенә түгел! Ғаиләлә башлап нигеҙ һалынған, мәктәптә нығытылған телһөйәрлек сифаты кешене ғүмере буйы оҙатып барғанда ғына, телебеҙ бөтмәйәсәк. Телебеҙ йәшәһә, халҡыбыҙ ҙа йәшәйәсәк!

А.Моталлапова, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы





Просмотров: 179 | Добавил: phbayanovazamat | Дата: 18.12.2020 | Комментарии (0)

И снова в районе предновогодняя суета, детишки, в предвкушении неожиданных сюрпризов, пишут письма Дедушке Морозу, всё вокруг сверкает яркими гирляндами и пахнет хвоей…

И, конечно, по сложившейся доброй традиции, наш микрорайон "Восточный" начинает празднование Нового года с главного среди новогодних, красивейшего и веселого торжественного открытия Ёлки.

Сегодня площадь микрорайон вновь, как и год назад, наполнился детским смехом, праздничными песнями и веселыми играми. 
С наступающим новым годом детишек  поздравил начальник начальник финансового управления ГО г. Сибай Трофимова В.Н. Она пожелал всем крепкого здоровья, достатка, счастья, новых открытий и благополучия в семья.



Просмотров: 140 | Добавил: phbayanovazamat | Дата: 18.12.2020 | Комментарии (0)

Һеҙҙе, ер йөҙөндәге иң ҡәҙерле кешеләребеҙҙе, матур байрамдарҙың береһе – Әсәләр көнө менән ихлас күңелдән тәбрикләйбеҙ һәм ҡайнар йөрәктән сыҡҡан изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һаулыҡ, шатлыҡ, бәхет, уңыш, ырыҫ-ҡот һеҙҙе бер ҡасан да ташламаһын. Иңебеҙгә ҡанат ҡуйыусы, яҡлаусы, һаҡлаусы кешебеҙ булғас, беҙ үҙебеҙ ҙә ҡанатлы, тимәк, бәхетле. Байрамдар ҡотло, тормоштар бәхетле, донъялар имен булһын!

Просмотров: 199 | Добавил: phbayanovazamat | Дата: 18.12.2020 | Комментарии (0)

Поздравляем с Днем народного единства! Желаем, чтобы не только сегодня, но и каждый день мы ощущали силу и дух, культуру и могущество Родины. Чтобы понимали, что все мы едины! Каждый человек — это крупица. И в то же время, он — это звено огромной и могущественной цепи! Добра всем, благополучия и силы духа!
#СилаЕдинства
#ПоэзиейЕдины 

Просмотров: 117 | Добавил: phbayanovazamat | Дата: 18.12.2020 | Комментарии (0)

Тыуған көнөң менән, Республикам,
Татыулығы һәр бер милләттең.
Тыныс йәшәү һинән-минән тора,
Тыныс йәшәү менән ҡиммәтһең.
Тыуған көнөң менән, Республикам,
Тыуған көнөң менән, милләттәш!
Бәхет кенә теләп бер-беребеҙгә,
Тупланайыҡ милләт, дуҫ-иптәш!





 
Просмотров: 122 | Добавил: phbayanovazamat | Дата: 18.12.2020 | Комментарии (0)

24 – 25 сентябрҙә Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы үтте. Сара Башҡортостан Хөкүмәте, республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторолдо. Башҡорт теле йылына арналған форумда дөйөм белем биреү учреждениеларында, урта һәм юғары уҡыу йорттарында эшләгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, район методик берләшмәләре етәкселәре, инновацион белем биреү ойошмалары директорҙары, методик әсбаптар авторҙары, муниципаль хакимиәттәрҙең мәғариф идаралыҡтары рәйестәре, ата-әсәләр берләшмәләре вәкилдәре ҡатнашты.
Форумды асыу тантанаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын Мәғариф министрлығының наградалары менән бүләкләү тантанаһы үтте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы айырыуса ҙур уңыштарға өлгәшкән уҡытыусыларға «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалын тапшырҙы.
Сараның эшлекле өлөшө Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге ойошторған 13 майҙансыҡта оҫталыҡ дәрестәре, тренингтар һәм консультациялар рәүешендә барҙы. Уларҙа юғары уҡыу йорттары менән белем биреү учреждениелары араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлек формалары, юғары уҡыу йорттарында башҡорт телен уҡытыу, башҡорт телен дистанцион уҡытыу, федераль конкурстарҙа ҡатнашыу, республика гранттарын юллау тәртибе, ата-әсәләр менән уртаҡ тел табыу, тыуған яҡты өйрәнеү дәрестәрен алып барыу, башҡорт телендә мәктәп телевидениеһын ойоштороу, төньяҡ-көнбайыш диалекты шарттарында башҡорт теле һәм башҡа темалар яҡтыртылды. Унда туған телде уҡытыуға бәйле көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдары ҡаралды, яңы методик алымдарҙың таралыуы тикшерелде, педагогтар тәжрибәләре менән уртаҡлашты.
Уҡытыусылар көнөнә һәм Башҡорт теле йылына арналған әҙәби-музыкаль кисә, шулай уҡ “Самауырлы ритайым”да сәксәк менән сәй эсеп, бейеп күңел асыу барыһының да күңеленә хуш килде, уҡытыусылар өсөн ҙур бүләк булды.
#Башҡорттеле2020
#БашҡорттелеФорумы
#ФорумБашкирскогоязыка
#Телебеҙҙеһаҡлайыҡ 



Просмотров: 149 | Добавил: phbayanovazamat | Дата: 18.12.2020 | Комментарии (0)

Copyright Dis production © 2024 |