Һеҙҙе, ер йөҙөндәге иң ҡәҙерле кешеләребеҙҙе, матур байрамдарҙың береһе – Әсәләр көнө менән ихлас күңелдән тәбрикләйбеҙ һәм ҡайнар йөрәктән сыҡҡан изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һаулыҡ, шатлыҡ, бәхет, уңыш, ырыҫ-ҡот һеҙҙе бер ҡасан да ташламаһын. Иңебеҙгә ҡанат ҡуйыусы, яҡлаусы, һаҡлаусы кешебеҙ булғас, беҙ үҙебеҙ ҙә ҡанатлы, тимәк, бәхетле. Байрамдар ҡотло, тормоштар бәхетле, донъялар имен булһын!
|