Вторник, 21.05.2024, 20:10

Приветствую Вас Гость

  • Главная
  • Новости
  • О лицее
  • Сведения об 
 образовательной организации
  • Администрация
  • Родителям
  • Питание
  • Учащимся
  • Кафедры
  • Учебная работа
  • Воспитательная работа
  • Музеи
  • Библиотека
  • Наши достижения
Форма входа
Логин:
Пароль:
Наш опрос
Ваш статус ?
Всего ответов: 634
Календарь
«  Декабрь 2020  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
28293031
Главная » 2020 » Декабрь » 18 » Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форум
09:44
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форум
24 – 25 сентябрҙә Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы үтте. Сара Башҡортостан Хөкүмәте, республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторолдо. Башҡорт теле йылына арналған форумда дөйөм белем биреү учреждениеларында, урта һәм юғары уҡыу йорттарында эшләгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, район методик берләшмәләре етәкселәре, инновацион белем биреү ойошмалары директорҙары, методик әсбаптар авторҙары, муниципаль хакимиәттәрҙең мәғариф идаралыҡтары рәйестәре, ата-әсәләр берләшмәләре вәкилдәре ҡатнашты.
Форумды асыу тантанаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын Мәғариф министрлығының наградалары менән бүләкләү тантанаһы үтте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы айырыуса ҙур уңыштарға өлгәшкән уҡытыусыларға «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалын тапшырҙы.
Сараның эшлекле өлөшө Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге ойошторған 13 майҙансыҡта оҫталыҡ дәрестәре, тренингтар һәм консультациялар рәүешендә барҙы. Уларҙа юғары уҡыу йорттары менән белем биреү учреждениелары араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлек формалары, юғары уҡыу йорттарында башҡорт телен уҡытыу, башҡорт телен дистанцион уҡытыу, федераль конкурстарҙа ҡатнашыу, республика гранттарын юллау тәртибе, ата-әсәләр менән уртаҡ тел табыу, тыуған яҡты өйрәнеү дәрестәрен алып барыу, башҡорт телендә мәктәп телевидениеһын ойоштороу, төньяҡ-көнбайыш диалекты шарттарында башҡорт теле һәм башҡа темалар яҡтыртылды. Унда туған телде уҡытыуға бәйле көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдары ҡаралды, яңы методик алымдарҙың таралыуы тикшерелде, педагогтар тәжрибәләре менән уртаҡлашты.
Уҡытыусылар көнөнә һәм Башҡорт теле йылына арналған әҙәби-музыкаль кисә, шулай уҡ “Самауырлы ритайым”да сәксәк менән сәй эсеп, бейеп күңел асыу барыһының да күңеленә хуш килде, уҡытыусылар өсөн ҙур бүләк булды.
#Башҡорттеле2020
#БашҡорттелеФорумы
#ФорумБашкирскогоязыка
#Телебеҙҙеһаҡлайыҡ 



Просмотров: 151 | Добавил: phbayanovazamat
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
Copyright Dis production © 2024 |