Понедельник, 13.05.2024, 04:29

Приветствую Вас Гость

  • Главная
  • Новости
  • О лицее
  • Сведения об 
 образовательной организации
  • Администрация
  • Родителям
  • Питание
  • Учащимся
  • Кафедры
  • Учебная работа
  • Воспитательная работа
  • Музеи
  • Библиотека
  • Наши достижения
Форма входа
Логин:
Пароль:
Наш опрос
Ваш статус ?
Всего ответов: 634
Календарь
«  Сентябрь 2020  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
282930
Главная » 2020 » Сентябрь » 25
1 октябрь донъяла Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө билдәләнә
1 октябрь тантанаһы Халыҡ-ара статусҡа эйә. Ҡартлыҡ – көҙ кеүек, алтын ваҡыт, шуға ла ул, тап ошо мәлдә үткәрелә тигән фекер ҙә йөрөй халыҡта. Был дата 1991 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль Ассамблеяһы ҡарарына ярашлы барлыҡҡа килә. Рәсәйҙә ул 1992 йылдан билдәләнә.
Был көндөң төп маҡсаты оло кешеләргә осраған ҡыйынлыҡтарға йәмәғәтселек  иғтибарын көсәйтеү, итәғәтлек күрһәтеү.
Кем ул оло кеше? Белеүебеҙсә, оло кеше – йәш тә түгел, ҡарт та түгел, әммә ҡартлыҡҡа аяҡ баҫырға торған кеше. Ә “ололар” категорияһына нисә йәштән аяҡ баҫалар һуң? Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының классификацияһы буйынса 25 - 44 йәштәгеләр – йәштәр; 44 - 60 – урта йәштәгеләр; 60 - 75 – оло йәштәгеләр; 75 - 90 – ҡарттар. Кемгә 90 йәште үтеү бәхете эләгә, оҙаҡ йәшәүселәр категорияһына инә.
          Беҙҙең ветерандар һәм бөгөнгө көндә хаҡлы ялда булған оло быуын вәкилдәре айырым иғтибарға һәм ихтирамға лайыҡ кешеләр. Тап өлкән быуын илебеҙҙе дошмандан азат итте, тыныс тормошта иһә ҡала-ауылдарыбыҙҙы яңынын тергеҙҙе. Улар Сибай ҡалаһына нигеҙ һалып ҡына ҡалманы, артабанғы үҫешенә һәм сәскә атыуына булышлыҡ итте, төйәгебеҙҙе матурланы һәм йәмләне.

Был көн барыбыҙ өсөн дә өлкән быуын вәкилдәренә ҡарата хөрмәт һәм һөйөү күрһәтеү, башҡарған эштәре өсөн оло рәхмәт белдереү мөмкинлеге лә.                Байрамдың үҙ логотибы бар: асыҡ ус – изгелек һәм ярҙам символы.

Был көндө беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле кешеләребеҙ-беҙгә ғүмер бүләк итеүсе, үҙ хәстәрен һәм йылыһын, һөйөүен йәлләмәгән әсәй-атайҙарыбыҙҙы, өләсәй-олатайҙарыбыҙҙы, оло йәштәге инәй-апаларыбыҙҙы һәм  оло хөрмәткә  лайыҡ ветеран уҡытыусыларыбыҙҙы һәм мәктәп хеҙмәткәрҙәрен  тәбрикләйбеҙ.
Һеҙ - донъя тотҡаһы һәм йәме, йәштәрҙең терәге һәм тәрбиә үрнәге. Намыҫлы хеҙмәттәрегеҙ өсөн хөрмәт кисереп, ауырымай, һыҙланмай, оҙон-оҙаҡ йылдар яҡындарығыҙға терәк булып балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең, бүлә-бүләсәләрегеҙҙең изгелеген күреп бәхетле ҡартлыҡ кисерергә яҙһын һеҙгә!

Хөрмәтле уҡыусы! Түбәндәге шиғыр юлдарын хөрмәтле олатай – өләсәйҙәрегеҙгә открыткаға яҙып йә видеоҡотлау эшләгәндә ҡулланып социаль селтәрҙә ебәрә алаһығыҙ.


Стихи для поздравлений:
өләсәй 
Минең өләсәйем

 
Просмотров: 214 | Добавил: phbayanovazamat | Дата: 25.09.2020 | Комментарии (0)

Copyright Dis production © 2024 |