Пятница, 10.01.2025, 13:02
Приветствую Вас Гость |
|
|
Главная | Регистрация | Вход | RSS |
|
Главная » 2020 » Сентябрь » 07
1 сентябрҙә беҙҙең лицейҙә 88 беренсе класс уҡыусыһы беренсе тапҡыр парта артына ултырҙы.
Был ҡыҙҙар һәм малайҙар илебеҙ Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығын байрам иткән йылда мәктәпкә уҡырға килделәр.
Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбиров инициативаһы буйынса беренсе кластар өсөн “Великая Победа. Бөйөк Еңеү” акцияһы ойошторолдо. Уҡыусылар халҡыбыҙҙың дәһшәтле һуғыштағы үлемһеҙ батырлығы хаҡындағы “Великая Победа. Бөйөк Еңеү” китабы менән бүләкләнде. Китап менән бергә балалар Радий Хәбировтың сәләмләү һәм теләк һүҙҙәре яҙылған шәхси мөрәжәғәтен дә ҡабул итте.
Китап кескәй уҡыусыларға 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышының төп ваҡиғалары, герой-ҡалалар, герой-пионерҙар, Башҡортостандан сыҡҡан Советтар Союзы Геройҙары, шағир-фронтовиктар, совет һалдаттарының яу яландарында, хеҙмәт кешеләренең тылда Еңеү өсөн күрһәткән ҡаһарманлығы хаҡында һөйләй. Баҫмаға һуғыш тураһында документтар, фотоһүрәттәр, шиғырҙар, хәтирәләр тупланған. Китап уҡыусыны беҙгә Еңеү алып килгән яу һәм тыл батырҙарын онотмаҫҡа,тыныслыҡтың ҡәҙерен белергә өйрәтә.
Был китап бөгөнгө 1-се класс уҡыусылары өсөн Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан махсус әҙерләнеп Зәйнәп Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә баҫтырылған.
Хөрмәтле уҡытыусылар һәм уҡыусылар! Бай йөкмәткеле был китап менән лицей китапханаһында таныша алаһығыҙ.