Алыҫ йондоҙ кеүек һин бейектә,
Ҡайталмайһың ғәзиз ерҙәргә,
Онотмайбыҙ бер ҙә, һин йәшәйһең
Халҡың күңелендә гел бергә.
Йәмғиәтебеҙ күгендә яҡты балҡыған, фиҙаҡәр хеҙмәте менән абруй ҡаҙанған, республикабыҙҙың сәнғәте, мәҙәниәте, әҙәбиәте үҫешенә тос өлөш индергән, күкрәген күп орден һәм миҙалдар биҙәгән яугир, шул иҫәптән Ленин ордены, СССР Халыҡ хужалығы күргәҙмәһенең алтын, көмөш, бронза миҙалдары кавалеры, Рәсәй мәғәриф отличнигы, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, яҙыусы Рамаҙан Ғимран улы Өмөтбаев 97 йыллығына арналған хәтер һәм ҡәҙер кисәһе үткәрелде.
Бөгөн, уның яҡты иҫтәлеген беҙҙең күңелдәргә еткерергә Рамаҙан Ғимран улы Өмөтбаевтың туғаны Гөлсирә Ҡыуандыҡ ҡыҙы һәм Хәнифә апайҙың ҡыҙы Гүзәл Риф ҡыҙы алыҫ ерҙәрҙән килеп етте.
6 балаға;
Мәһәҙиева Азалия
Әхмәтзадин Искәндәр
Ҡоланбаева Илгизә
Иҫәнбаев Таһир
Нарынбаева Гүзәл
Ҡунаҡкилдин Ғәзиз
Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премия һәм маҡтау ҡағыҙы тапшырылды.
Һәр халыҡтың бөйөклөгө-шәхестәр, улар ҡалдырған мираҫ, аҡыл ғилеме менән үлсәнә, тиҙәр. Шәхестәре күп булған халыҡ бер ҡасан да тарих биттәренән юйылмай. Боронғо Әлмөхәмәт ауылынан бик күп бөйөк кешеләр, оло аҡыл эйәләре, илем, халҡым тип йәшәгән ҡаһарман рухлы заттар сыҡҡан. Шуларҙың иң күренекле, иң сағыуы Рамаҙан Ғимран улы Өмөтбаев икәненә инандыҡ, сөнки уның исеме мәңгелек икәне бөгөнгө байрамда асыҡ күренде.