Пятница, 10.01.2025, 12:37
Приветствую Вас Гость |
|
|
Главная | Регистрация | Вход | RSS |
Календарь | « Март 2021 » | Пн | Вт | Ср | Чт | Пт | Сб | Вс | 1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
|
|
Главная » 2021 » Март » 29 » Йыл уҡытыусыһы 2021
16:33 Йыл уҡытыусыһы 2021 |
Февраль айында ҡала кимәлендә үткәрелгән конкурста еңеү яулау алда тағы ла яуаплыраҡ конкурсҡа аҙым булды - республика "Йыл уҡытыусыһы 2021" конкурсында оло һынау тоторға кәрәк ине.
"Методик оҫтахана", "Дәрес", "Класс сәғәте" һынауҙарын уңышлы тотоп, "Мастер класс"этабына үттем.
Әммә конкурс конкурс инде, бөтәһе лә еңеүсе була алмай. Финалға иң-иңдәр генә - биш уҡытыусы сыға алды.
Шулай ҙа республика бәйгеһенән мин яңы башланғыстарға ҡанатланып, һәр йәһәттән тәжрибә багажымды байытып ҡайтып төштөм.
Ярыш барышында үҙ һөнәремдең ижади мөмкинлектәренең сикһеҙлегенә, уның кәрәклегенә,бөйөклөгөнә нығыраҡ инандым.
Киләсәктә конкурста ҡатнашыусыларҙы инновавацион технологияларҙы ҡыйыу файҙаланырға саҡырам. Шулай уҡ көндәлек хеҙмәт өҫтөндә лә ижади ҡарашлы булырға һәм төрлө эксперименттарҙан ҡурҡмаҫҡа кәрәк!
Конкурсҡа әҙерләнеүҙә һәм ярыш барышында миңә оло ярҙамдары, терәк -таяныс булғандары өсөн лицейыбыҙ директоры Ноғаманов Иштуған Рәис улына, ижади төркөмгә ингән көслө һәм талантлы уҡытыусыларға, яҡындарыма рәхмәт белдерәм!
|
Просмотров: 498 |
Добавил: phbayanovazamat
|
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи. [ Регистрация | Вход ]
|