"Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы 2021 " конкурсы мине бар яҡлап та үҫтерҙе. Үҙ көсөмә ышаныс, өмөт уятты. Бигерәк тә "Оҫталыҡ дәресе "ндә иң юғары балл алыуым алға этәргес көс бирҙе. "Методик оҫтахана" этабында Zoom аша күрһәткән "Кинезиологик күнегеүҙәр " менән башҡа конкурсанттарҙың да ҡыҙыҡһыныуы күңелде күтәрҙе. "Милли кейемдәр проектын яҡлау" ҙа ла башҡаларҙан төҫө менән дә, йөкмәткеһе менән дә айырылып торҙом. Коллегаларым - Фәимә Әғләм ҡыҙы, Лилиә Салауат ҡыҙы, Гөлназ Миңлеәхмәт ҡыҙы ярҙамында тегелгән костюм килешле, уңышлы килеп сыҡты. Ата-әсәләр менән Zoom аша әңгәмә лә бик уңышлы үтте. Был этап үҙе бер имтихан биреү булды. Йәғни, нәүбәт менән жюринан тема алып, йыйылышты шунда уҡ башлайһың. Йыйылыш йәнле барһын өсөн бер туҡтауһыҙ һорау артынан һорау бирергә, йәки үҙеңә яуап бирергә тура килде. Практик уҡытыусы булараҡ, Пресс-конференцияла тулыһынса асыла алманым. Шулай ҙа финал этабына етеүемә , "Тамашасы һөйөүенә " эйә булыуыма ныҡ шатландым.
Мине бар яҡлап та әйҙәп тороусы, лицейыбыҙ директоры Иштуған Раисовичка, коллегаларыма, ғаиләмә оло рәхмәтемде белдерәм. ✨Раушания Урал ҡыҙына "Арғымаҡ " китабы , Наҙгөл Замир ҡыҙына төндәр буйы эшләгән презентациялар, видеояҙмалар өсөн , Рәсимә Әхмәтзия ҡыҙының тос, урынлы фекерҙәре өсөн айырыуса рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп үтке килә. Киләсәктә барыбыҙға ла именлек, һаулыҡ, ғаилә бәхете, уңыштар, тыныс, бәрәкәтле, ырыҫлы тормош теләйем
|