Четверг, 28.03.2024, 20:09

Приветствую Вас Гость

  • Главная
  • Новости
  • О лицее
  • Сведения об 
 образовательной организации
  • Администрация
  • Родителям
  • Питание
  • Учащимся
  • Кафедры
  • Учебная работа
  • Воспитательная работа
  • Музеи
  • Библиотека
  • Наши достижения
Форма входа
Логин:
Пароль:
Наш опрос
Ваш статус ?
Всего ответов: 630
Календарь
«  Апрель 2019  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
2930
Главная » 2019 » Апрель » 6 » Балҡыштарҙан торған ғүмер
07:34
Балҡыштарҙан торған ғүмер

5 апрель көнө күренекле  яҙыусы, яугир, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы  шәхесе Рамаҙан Ғимран улы  Өмөтбаевтың  95   йыллыҡ юбилейына арналған хәтер һәм ҡәҙер кисәһе булып үтте.

Рамаҙан Өмөтбаевтың тормошон, бай хеҙмәт юлын сағылдырған йөкмәткеле кисә уҡыусылар, уҡытыусылар башҡарыуындағы сағыу концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Оло шәхестең туғандары Хәнифә Ғимран ҡыҙы, Гөлсирә Ҡыуандыҡ ҡыҙҙарының килеүҙәре  кисәгә йәм өҫтәне. Улар ҡала фәнни конференцияларында еңеүсе, республика, ҡала күләмендәге бәйгеләрҙә, олимпиадаларҙа урындар яулаусы, лицейҙың бөтә йәмәғәт эштәрендә  әүҙем ҡатнашыусы уҡыусыларға аҡсалата премия һәм маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙылар. Кисәлә шулай уҡ Сибай ҡалаһы Ҡоролтайы ойошмаһы рәйесе Бикмәтов Ирек Ниғәмәт улы һәм Айсыуаҡова Рәсимә Фитрат ҡыҙы ла сығыш яһаны.

Бындай саралар уҡыусыларыбыҙҙа ошо исемде йөрөткән лицейҙа уҡыуҙарына ғорурлыҡ тойғоһон тағы ла арттыра.

  

Просмотров: 262 | Добавил: baslicey
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
Copyright Dis production © 2024 |