Суббота, 27.04.2024, 06:00

Приветствую Вас Гость

  • Главная
  • Новости
  • О лицее
  • Сведения об 
 образовательной организации
  • Администрация
  • Родителям
  • Питание
  • Учащимся
  • Кафедры
  • Учебная работа
  • Воспитательная работа
  • Музеи
  • Библиотека
  • Наши достижения
Форма входа
Логин:
Пароль:
Наш опрос
Ваш статус ?
Всего ответов: 631
Календарь
«  Апрель 2019  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
2930
Главная » 2019 » Апрель » 10 » А у нас..
14:08
А у нас..

9 апрель көнө 7 а класы уҡыусылары ата -әсәләре, һеңлеләре һәм ҡустылары менән тулҡынланып шиғриәт байрамына йыйылдылар. "Йөрәк һүҙе" телевизион проект буйынса эшләнгән сара береһен дә битараф ҡалдырманы. Башҡортостан республикаһының барлыҡҡа килеүенә 100 йыллыҡҡа бағышланған кисәгә һәр ғаилә тыуған ил, туған тел, ғаилә тураһында шиғырҙар ятланы. Динә менән Динир Байегетовтар, Рәйлә Хәлфетдин ҡыҙы һәм Азалия Мәһәҙиевалар, Әлмира Рәфҡәт ҡыҙы һәм Фәнил Иҫәнғоловтар, Зәниә Ришат ҡыҙы һәм Батырхан Юнысовтар, Дилә Таңғатар ҡыҙы һәм Камила Азаматовалар, Рәсимә Әхмәтхәлим ҡыҙы һәм Диниә Хәйбуллиналар, Рәсимә Хадарис ҡыҙы һәм Динә Иҫәнбаевалар, Гүзәлиә Әсҡәт ҡыҙы һәм Физалия Хәлиловаларҙың бик шәп сығыштары һәр береһенең күңеленә хуш килде. Гөлнара Мөхәррәм ҡыҙы Шәкирова үҙ шиғырын һөйләп тамашасыны һөйөндөрҙө. Иҙрисов Азат менән Хәлилова Физалия байрамды оҫта алып барҙылар. Байрам аҙағынан класс етәксеһе сығыш яһаусыларға үҙе әҙерләгән бүләктәрҙе тапшырҙы. 
Тыуған илебеҙ тәбиғәтенә, туған телебеҙгә һөйөү тәрбиәләгән сараны тағы ла үткәреү теләге менән таралаштылар.

Просмотров: 272 | Добавил: baslicey
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
Copyright Dis production © 2024 |