Четверг, 18.04.2024, 03:13

Приветствую Вас Гость

  • Главная
  • Новости
  • О лицее
  • Сведения об 
 образовательной организации
  • Администрация
  • Родителям
  • Питание
  • Учащимся
  • Кафедры
  • Учебная работа
  • Воспитательная работа
  • Музеи
  • Библиотека
  • Наши достижения
Форма входа
Логин:
Пароль:
Наш опрос
Ваш статус ?
Всего ответов: 631
Календарь
«  Апрель 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
2930
Главная » Архив новостей
Алыҫ йондоҙ кеүек һин бейектә,
Ҡайталмайһың ғәзиз ерҙәргә,
Онотмайбыҙ бер ҙә, һин йәшәйһең
Халҡың күңелендә гел бергә.
Йәмғиәтебеҙ күгендә яҡты балҡыған, фиҙаҡәр хеҙмәте менән абруй ҡаҙанған, республикабыҙҙың сәнғәте, мәҙәниәте, әҙәбиәте үҫешенә тос өлөш индергән, күкрәген күп орден һәм миҙалдар биҙәгән яугир, шул иҫәптән Ленин ордены, СССР Халыҡ хужалығы күргәҙмәһенең алтын, көмөш, бронза миҙалдары кавалеры, Рәсәй мәғәриф отличнигы, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, яҙыусы Рамаҙан Ғимран улы Өмөтбаев 97 йыллығына арналған хәтер һәм ҡәҙер кисәһе үткәрелде.
Бөгөн, уның яҡты иҫтәлеген беҙҙең күңелдәргә еткерергә Рамаҙан Ғимран улы Өмөтбаевтың туғаны Гөлсирә Ҡыуандыҡ ҡыҙы һәм Хәнифә апайҙың ҡыҙы Гүзәл Риф ҡыҙы алыҫ ерҙәрҙән килеп етте.
6 балаға;
Мәһәҙиева Азалия
Әхмәтзадин Искәндәр
Ҡоланбаева Илгизә
Иҫәнбаев Таһир
Нарынбаева Гүзәл
Ҡунаҡкилдин Ғәзиз
Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премия һәм маҡтау ҡағыҙы тапшырылды.
Һәр халыҡтың бөйөклөгө-шәхестәр, улар ҡалдырған мираҫ, аҡыл ғилеме менән үлсәнә, тиҙәр. Шәхестәре күп булған халыҡ бер ҡасан да тарих биттәренән юйылмай. Боронғо Әлмөхәмәт ауылынан бик күп бөйөк кешеләр, оло аҡыл эйәләре, илем, халҡым тип йәшәгән ҡаһарман рухлы заттар сыҡҡан. Шуларҙың иң күренекле, иң сағыуы Рамаҙан Ғимран улы Өмөтбаев икәненә инандыҡ, сөнки уның исеме мәңгелек икәне бөгөнгө байрамда асыҡ күренде.

Просмотров: 382 | Добавил: phbayanovazamat | Дата: 07.04.2021 | Комментарии (0)

Февраль айында ҡала кимәлендә үткәрелгән конкурста еңеү яулау алда тағы ла яуаплыраҡ конкурсҡа аҙым булды - республика "Йыл уҡытыусыһы 2021" конкурсында оло һынау тоторға кәрәк ине.
"Методик оҫтахана", "Дәрес", "Класс сәғәте" һынауҙарын уңышлы тотоп, "Мастер класс"этабына үттем.
Әммә конкурс конкурс инде, бөтәһе лә еңеүсе була алмай. Финалға иң-иңдәр генә - биш уҡытыусы сыға алды.
Шулай ҙа республика бәйгеһенән мин яңы башланғыстарға ҡанатланып, һәр йәһәттән тәжрибә багажымды байытып ҡайтып төштөм.
Ярыш барышында үҙ һөнәремдең ижади мөмкинлектәренең сикһеҙлегенә, уның кәрәклегенә,бөйөклөгөнә нығыраҡ инандым.
Киләсәктә конкурста ҡатнашыусыларҙы инновавацион технологияларҙы ҡыйыу файҙаланырға саҡырам. Шулай уҡ көндәлек хеҙмәт өҫтөндә лә ижади ҡарашлы булырға һәм төрлө эксперименттарҙан ҡурҡмаҫҡа кәрәк!
Конкурсҡа әҙерләнеүҙә һәм ярыш барышында миңә оло ярҙамдары, терәк -таяныс булғандары өсөн лицейыбыҙ директоры Ноғаманов Иштуған Рәис улына, ижади төркөмгә ингән көслө һәм талантлы уҡытыусыларға, яҡындарыма рәхмәт белдерәм!

Просмотров: 448 | Добавил: phbayanovazamat | Дата: 29.03.2021 | Комментарии (0)

"Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы 2021 " конкурсы мине бар яҡлап та үҫтерҙе. Үҙ көсөмә ышаныс, өмөт уятты. Бигерәк тә "Оҫталыҡ дәресе "ндә иң юғары балл алыуым алға этәргес көс бирҙе. "Методик оҫтахана" этабында Zoom аша күрһәткән "Кинезиологик күнегеүҙәр " менән башҡа конкурсанттарҙың да ҡыҙыҡһыныуы күңелде күтәрҙе. "Милли кейемдәр проектын яҡлау" ҙа ла башҡаларҙан төҫө менән дә, йөкмәткеһе менән дә айырылып торҙом. Коллегаларым - Фәимә Әғләм ҡыҙы, Лилиә Салауат ҡыҙы, Гөлназ Миңлеәхмәт ҡыҙы ярҙамында тегелгән костюм килешле, уңышлы килеп сыҡты. Ата-әсәләр менән Zoom аша әңгәмә лә бик уңышлы үтте. Был этап үҙе бер имтихан биреү булды. Йәғни, нәүбәт менән жюринан тема алып, йыйылышты шунда уҡ башлайһың. Йыйылыш йәнле барһын өсөн бер туҡтауһыҙ һорау артынан һорау бирергә, йәки үҙеңә яуап бирергә тура килде. Практик уҡытыусы булараҡ, Пресс-конференцияла тулыһынса асыла алманым. Шулай ҙа финал этабына етеүемә , "Тамашасы һөйөүенә " эйә булыуыма ныҡ шатландым.
Мине бар яҡлап та әйҙәп тороусы, лицейыбыҙ директоры Иштуған Раисовичка, коллегаларыма, ғаиләмә оло рәхмәтемде белдерәм. ✨Раушания Урал ҡыҙына "Арғымаҡ " китабы , Наҙгөл Замир ҡыҙына төндәр буйы эшләгән презентациялар, видеояҙмалар өсөн , Рәсимә Әхмәтзия ҡыҙының тос, урынлы фекерҙәре өсөн айырыуса рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп үтке килә. Киләсәктә барыбыҙға ла именлек, һаулыҡ, ғаилә бәхете, уңыштар, тыныс, бәрәкәтле, ырыҫлы тормош теләйем

Просмотров: 129 | Добавил: phbayanovazamat | Дата: 29.03.2021 | Комментарии (0)

Просмотров: 718 | Добавил: phbayanovazamat | Дата: 24.02.2021 | Комментарии (0)

Фото Рината Муллагильдина
Названы имена победителей городского конкурса «Учитель года-2021». Наш город на республиканском конкурсе «Учитель года Башкортостана-2021», который состоится в марте, представят: победитель конкурса в номинации «Учитель года» - учитель начальных классов Башкирского лицея им. Р. Уметбаева Миляуша Ишбулдыевна ХАМИТОВА, победитель в номинации «Учитель года башкирского языка и литературы» - учитель начальных классов Башкирского лицея им. Р. Уметбаева Гульнара Давлетшовна ИБРАГИМОВА, победитель конкурса в номинации «Молодой учитель года» - учитель математики школы №1 Алексей Александрович КИРИКОВ.
Подробный материал о конкурсе читайте в завтрашнем номере газеты «Сибайский рабочий».


Просмотров: 443 | Добавил: phbayanovazamat | Дата: 17.02.2021 | Комментарии (0)


Призером регионального этапа Всероссийской олимпиады школьников по праву стал ученик 11 класса Башкирского лицея им. Р. Уметбаева Искандар Ахметзадин (учитель Г.М. Тимербулатова).

Просмотров: 186 | Добавил: phbayanovazamat | Дата: 17.02.2021 | Комментарии (0)

Ҡыш - беҙҙең яҡта ҡалған ҡоштар өсөн бик ауыр миҙгел. Уларҙың күбеһе һыуыҡтан түгел, аслыҡтан үлә. Ҡоштарҙы һыуыҡта һаҡлау өсөн беҙҙең лицейҙа йыл һайын " Тағараҡ" акцияһы үткәрелә. 1 а класы уҡыусылары ла ошо акцияға әүҙем ҡушылды.

Просмотров: 176 | Добавил: phbayanovazamat | Дата: 17.02.2021 | Комментарии (0)

27 января "День памяти жертв Холокоста"
Сегодня очень важно говорить о толерантности в нашем многонациональном обществе, в том числе и на примере трагедии Холокоста.
Именно в этот день в 1945 году Красная Армия вошла в город Аушвиц — в России он известен под польским названием Освенцим.
Холокост - часть истории нашей страны: около половины всех жертв Холокоста жили на территории СССР. Ежедневно в Освенцим прибывало по 8 поездов с теми, кто был обречен на мучительную смерть.
В нашем лицее были организованы классные часы посвященные Дню памяти.
Холокост относится к тем преступлениям, напоминание о которых должно повторяться из раза в раз, чтобы не допустить, уберечь, предупредить. Проведение подобных уроков, мероприятий способствует формированию толерантного сознания и культуры обучающихся, а также воспитанию стремления противостоять насилию и жестокости в современном мире. Воспитание толерантности молодых людей, способности искать и находить компромиссы, формирование у молодежи культуры межнационального диалога в настоящее время, в период нарастания в мире тенденций обострения противоречий, неготовности людей решать вопросы межэтнических, межконфессиональных и межгосударственных отношений с позиций терпимости к другой точке зрения, приобретает особую значимость.

Память о Холокосте необходима, чтобы мы никогда не были жертвами, палачами или равнодушными наблюдателями.
Просмотров: 157 | Добавил: phbayanovazamat | Дата: 17.02.2021 | Комментарии (0)

#башҡорттелеолимпиада
#РамаҙанӨмөтбаевисемендәгебашҡортлицейы
21-23 ғинуарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса регион-ара олимпиада үтте. 35-се тапҡыр үткәрелгән бәйге быйыл онлайн форматта уҙғарылды. Уҡыусылар 1-се турҙа тест һорауҙарына яуап яҙҙылар, 2-се турҙа текст буйынса эштәр башҡарылды. 3-сө тур түңәрәк өҫтәл формаһында үткәрелде, унда уҡыусыларҙың телмәре, фекерләү кимәле баһаланды. Олимпиада һөҙөмтәләре буйынса Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейының 10-сы класс уҡыусыһы Яхина Шәүрә (уҡытыусыһы Моталлапова А.М.) һәм 11-се класс уҡыусыһы Ҡотлобирҙина Гөлдәр (уҡытыусыһы Ҡәйепова Р.Н.) призер булдылар. Уҡыусыларҙы, уҡытыусыларҙы, уҡыусыларҙың ата-әсәләрен ихлас ҡотлайбыҙ! Афариндар! Артабан да уңыштар, еңеүҙәр теләйбеҙ!

Просмотров: 185 | Добавил: phbayanovazamat | Дата: 17.02.2021 | Комментарии (0)

« 1 2 3 4 ... 34 35 »
Copyright Dis production © 2024 |